Андыҙ (рус. Девясил высокий, лат. Inula helenium) — астралар ғаиләһендәге күп йыллыҡ ү...
Андыҙ (рус. Девясил высокий, лат. Inula helenium) — астралар ғаиләһендәге күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Бейеклеге 1-1,25 м тирәһе. июнь-сентябрь айҙарында һары сәскә ата, емеше август-октябрҙә өлгөрә. Ҡалын тамырлы күп йыллыҡ үҫемлек дарыу үләне. 📍Тамырында һәм тамырһабағында сапониндар, аҙ миҡдарҙа алкалоид матдәләре, инулин, эфир майы, С, Е витаминдары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Андыҙ, дарыу үләне булараҡ, боронғо замандан уҡ билдәле. ▪️Андыҙ аппетитты аса, ▪️аш һеңдереүҙе яҡшырта, ▪️эсәк һәм ашҡаҙандың эшен көйләй, ▪️организмда матдәләрҙең алмашыныуын яйға һала. Андыҙ тамыры һәм тамырһабағы ярҙамында эшләнгән төнәтмә 🔹бәүел ҡыуыу, 🔹тирләү, 🔹глистарҙы ҡыуыу, 🔹йүткереүҙе бөтөрөү, 🔹ауырыуҙы туҡтатыу һәм 🔹тынысландырыу тәьҫиренә эйә. Көслө антисептик ҡаҡырыҡты йомшартып сығарыу, үт һәм бәүел ҡыуыу, елһенеүҙе баҫыу көсөнә эйә. Төрлө ашамлыҡтарға, дарыуҙарға, һыуыҡҡа аллергия булғанда ярҙам итә. Ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлыҡты ла күтәрә. Тамыр һәм тамырһабаҡ төнәтмәһен йәки һарҡындыһын үпкәлә туберкулез, бронхит, ревматизм ауырыуҙарын дауалағанда, йүткертеп ҡаҡырыҡ сығарыу өсөн әсәләр. Уны шулай уҡ тамаҡ һәм урт эсендәге ауырыуҙарҙы дауалағанда ла ҡулланалар. Ә андыҙҙың үҙен сабыртма, экзема, тимерәү, ҡысыныу кеүек тән ауырыуҙарын дауалау өсөн тән өҫтөнә һалып файҙаланыу уңайлы. Андыҙҙан дөйөм һаулыҡты нығытыусы ТӨНƏТМƏ эшләйҙәр. ✅1 ҡалаҡ ваҡланған андыҙ тамырына 200 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнаған һыулы кәстрүлдә 15 — 20 минут тоталар. Һөҙгәс, 1 стакан күләменә етерлек ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашарҙан 1 сәғәт алда ярты стаканлап эсәләр. Ул ревматизмды дауалау өсөн дә ҡулланыла. Андыҙ һәм дегәнәк тамырҙарын бер үк ауырлыҡта алалар. 1 ҡалаҡ ҡатнашмаға 1 стакан ҡайнар һыу һалып, 20 минут буйы таҫтамал менән ҡаплап төнәтәләр. Һөҙәләр . Көнөнә 3 тапҡыр ашарға 20 минут ҡала 1 ҡалаҡ эсәләр. Был төнәтмәне йылытыусы компресс итеп тә файҙаланып була.