Бурысҡа биреү - сауаплы эш
Бурысҡа биреү - сауаплы эш Бүрайда исемле сәхәбә һөйләп ҡалдырған икенсе бер хәҙистә бурысҡа биреүҙең ни тиклем сауаплы эш булыуы шулай аңлатылған: ✔️«Уға (йәғни, бурысҡа биреүсе кешегә) бурыс ҡайтарыу ваҡыты еткәнсе һәр көн өсөн шул бурыс миҡдары ҡәҙәр садаҡа яҙыласаҡ, ә бурыс ваҡыты үтеп китһә, һәм кеше шул ваҡытты кисектерһә, уға һәр көн өсөн икеләтә садаҡа яҙылыр». (Имам Әхмәт риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). ✔️Тағы бер көслө хәҙистә шулай тиелгән: «Кешеләргә йыш бурысҡа биреүсе бер кеше үҙенең ярҙамсыһына: “Ҡыйын хәлдә ҡалған кешегә барһаң, уны ғәфү ит – бәлки, беҙҙе лә Аллаһ ғәфү итер” – ти торған. Һәм ошо кеше Аллаһты осратҡанда Ул уны ғәфү иткән» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Тимәк, кешеләргә бурысты ғәфү итеү – өлөшләтә йә тулыһынса – йә һиңә бурысы булған кешегә тағы ла ваҡыт биреү – Аллаһтың рәхмәтенә сәбәп булыусы изге ғәмәл.