Әгәр берәү ауыр хәлдә ҡалһа,
Әгәр берәү ауыр хәлдә ҡалһа, хәле еңеләйгәнгә ҡәҙәр көтөгөҙ Әлбиттә, беҙҙең эштәребеҙ йыш ҡына беҙ теләгәнсә бармай, һәм бурыс алған кеше уны ваҡытында ҡайтара алмай китә. Был осраҡта аҡсаның хужаһы әҙерәк сабырлы булып ошо аятты хәтерләргә тейеш: «Әгәр берәү ауыр хәлдә ҡалһа, хәле еңеләйгәнгә ҡәҙәр көтөгөҙ, ә саҙаҡа итеү – һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ, әгәр белһәгеҙ» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 280). Йәғни, бурысты ҡайтарғанда кешене ауыр хәлдә ҡалдырмау мосолман әхлағының мөһим бер яғы. «Кем ауыр матди хәлдә ҡалған кешегә кисектерһә йә уның өҫтөнән бурысын алһа, Аллаһ Тәғәлә уны Ҡиәмәт көнөндә Үҙ тәхете күләгәһе менән ҡаплар, Уның тәхете күләгәһенән башҡа күләгә булмағанда», – тиелгән бер хәҙистә. (Әт- тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы).