Ҡөрьәндә иң оҙон аят – бурыс биреү тураһында
Ҡөрьәндә иң оҙон аят – бурыс биреү тураһында Унда бына нимә тиелә: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр билдәле ваҡытҡа ҡәҙәр бер-берегеҙҙән бурыс алһағыҙ, уны яҙып ҡуйығыҙ. Һәм арағыҙҙан берәй яҙыусы ғәҙел итеп яҙһын. Яҙыусы Аллаһ өйрәткәнсә яҙыуҙан ҡарышмаһын, ул яҙһын, ә өҫтөндә йөкләмә булған кеше әйтеп торһон, Раббыһы Аллаһтан ҡурҡһын, унда бер нәмә лә кәметмәһен. Әгәр өҫтөндә йөкләмә булған кеше зәғиф аҡыллы йәки көсһөҙ булһа, йәки үҙе әйтеп яҙҙыра алмаһа, уның яҡыны ғәҙел итеп әйтеп яҙҙырһын. Шаһит итеп арағыҙҙан ике ирҙе алығыҙ. Әгәр ике ир булмаһа, бер ир һәм шаһит булыуҙарына үҙегеҙ риза булған ике ҡатын алығыҙ, уларҙың береһе яңылышһа, икенсеһе иҫенә төшөрһөн өсөн. Саҡырылған ваҡытта шаһиттар ҡарышмаһын; бурыстың бәләкәйен дә, ҙурын да билдәле ваҡытҡа ҡәҙәр яҙыуҙан ялыҡмаһындар. Был Аллаһ ҡаршыһында ғәҙеллерәк, шаһитлыҡ өсөн тоғрораҡ һәм һеҙгә шикләнмәҫ өсөн яҡыныраҡ. Әгәр был һеҙ үҙ-ара йөрөтә торған ҡул аҡсаһына һатыу-итеү генә булһа инде – ул саҡта яҙышмаһағыҙ ҙа гонаһ юҡ. Үҙ-ара һүҙ ҡуйышҡанда шаһиттар булдырығыҙ. Шаһитҡа ла, яҙыусыға ла зарар килтерелмәҫкә тейеш: әгәр быны эшләһәгеҙ, был – һеҙҙәге боҙоҡлоҡ. Аллаһтан ҡурҡығыҙ; Аллаһ һеҙҙе өйрәтә, Аллаһ һәр нәмәне белә!» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 282). Был аяттан аңлашылыуынса, бурыс биргәндә быны ҡағыҙға яҙып ҡуйыу хуп күрелә (фарыз булмаһа ла). Шулай уҡ ике ир, йә бер ир һәм ике ҡатын быға шаһитлыҡ ҡылып ҡуйырға тейеш. Ошоно эшләһәк, бурыс биргән кеше тынысыраҡ булыр, ә алған кеше уны инҡар итә алмаҫ.