Ризаитдин Фәхретдинов:
Ризаитдин Фәхретдинов: Бәхетте юлдан эҙләмә, белемдән эҙлә, белемһеҙгә ҡот юҡ. Дин һәм белем таратыу, мәктәптәр һәм хәйриә эштәре һәм нисек кенә булһа ла халыҡҡа ярҙам биреү өсөн тырышлыҡ сарыф итеү иң гүзәл ғәйрәттер. Бының язаһы (бүләк)ла матур буласаҡ. Шуның өсөн изге һәм дин ҡушҡан эштәргә, милләт һәм дин файҙаһына ярҙам биреүҙе бәхет тип һанағыҙ. Күңелегеҙ менән һөйә-һөйә ярҙам бирегеҙ. Милләтегеҙгә белем һәм мәғрифәт таратығыҙ. Араларына дуҫлыҡ һәм мөхәббәт орлоҡтары сәсегеҙ. Дошманлыҡ һәм гонаһ эштәренә ярҙам итеүҙән һаҡланығыҙ, тигән. Һәм дә: һәр кеше, һәр бер ҡәүем һәм милләтең бәхетле булыуының төп сәбәбе белемдер. Ашлыҡтар өсөн ямғыр ни тиклем кәрәк булһа, әҙәм балаһы өсөн белем шул тиклем кәрәк. Кешеләрҙең дә белемлеләре менән белемһеҙҙәре шәриғәт алдында тиң түгел. Шуның өсөн һеҙ белем алығыҙ һәм балаларығыҙҙы ла белем юлына ҡуйығыҙ, белем таратығыҙ һәм таралыуына ярҙам итегеҙ.