Йыназа намаҙы
Йыназа намаҙы Мәйеткә доға ҡылыу маҡсаты менән йыназа намаҙын уҡыу фарыз һанала. Имам мәйеттең күкрәге тапҡырына, ә йәмәғәт имам артынан саф-саф булып теҙелгәс, йыназа намаҙы уҡыла. Йыназа намаҙының шарттары башҡа намаҙ шарттарына тура килә, йыназа намаҙы өсөн мәйеттең йыуылған булыуы шарт. Йыназа намаҙының шарттары: 1. Тәһәрәтле булыу 2. Тәндең паҡ булыуы 3. Кейемдең паҡ булыуы 4. Аяҡ баҫҡан урын паҡ булыуы 5. Ғәүрәт ерҙәре ҡапланған булыуы 6. Ҡиблаға ҡаршы булыу 7. Ниәт ҡылыу 8. Мәйеттең йыуылған булыуы ✔️Әгәр мәйет шәһит булып киткән булһа, йәғни золомлыҡ менән үлтерелгән булһа, йыуылмай. Шулай булһа ла уның өсөн йыназа намаҙы уҡыла. ✔️Йыназа намаҙының ҡыйраты, руҡуғы һәм сәждәһе юҡ, 4 тәкбир һәм ике сәләм менән тамамлана.