Мәйетте кәфенгә төрөү тәртибе
Мәйетте кәфенгә төрөү тәртибе ✔️Башта таҙа урынға берәр юрған йәки одеял түшәп, уға тап йәки нәжес төшмәһен өсөн өҫтөнә полиэтилен (йә клеенка) йәйәләр. ✔️Мәйетте ҡәбергә төшөрөү өсөн әҙерләнгән 3-4 метр оҙонлоғондағы 3 таҫтамалдың береһен мәйеттең яурыны, икенсеһе биле, өсөнсөһөн тубыҡтары тапҡырына тура килтереп арҡыры һалырға, остарын бер аҙ төрөргә. ✔️Хирҡа (билбау) бил тәңгәленә ҡуйыла. ✔️Кәфендең башта оҙонорағын, уның өҫтөнә ҡыҫҡарағы йәйелә. Әгәр мәйет ҡатын-ҡыҙ булһа, бөркәнсек (яулыҡ) һалына. Былар өҫтөнә ахирәт күлдәген, мәйеттең башынан кейҙерер өсөн ҡырҡылған ерен башы тапҡырына тура килтереп, яртыһын буйлатып йәйеп, ә икенсе яртыһын башы тәңгәленә бөкләп һалып ҡуйыла. ✔️Шунан мәйет әҙер кәфен өҫтөнә һалына, әгәр ҡатын-ҡыҙ икән, сәстәрен тарамай ғына икенән үреп күкрәге өҫтөнә һалып ҡуялар. ✔️Ахирәт күлдәген ҡырҡылған еренән мәйеттең башын сығарып өҫтөнә ябалар. ✔️ Ауыҙы асылмаһын өсөн, эйәгенән башына ҡәҙәр сепрәк менән бәйләп ҡуйып, яулыҡ бөркәндерелә. ✔️Беренсе ҡат кәфендең тәүҙә һул яғы ябыла, мәйеттең йөҙө лә ябыла. Шунан һуң уң яғын ябалар. ✔️Икенсе ҡат кәфендең дә башта һул яғын, шунан уң яғы ябыла. ✔️Артабан хирҡа (билбау) ябып бәйләнә, шулай уҡ кәфенде мәйеттең баш осонан һәм аяҡ осонан алдан әҙерләнгән сепрәк менән бәйләп ҡуялар. ✔️Шунан әҙерләнгән таҫтамалдар мәйет өҫтөнә һалына һәм мәйетте япмаға (йәки идеалға, йәки юрғанға, йәки балаҫҡа) төрөлә,зыяратҡа алып барғанда асылып китмәһен өсөн аяҡ яғынан бәйләнә. ✔️Мәйетте өйҙән алып сыҡҡанда аяҡ яғы менән алып сығалар. Зыяратҡа алып барғанда баш яғы менән алып баралар. ✔️Мәйетте ерләүҙе мөмкин ҡәҙәре ашыҡтырыу хәйерле, сөнки инде ул ер кешеһе, үҙ урынына ашыҡтырыу яҡшы.