Мәйетте йыуыу тәртибе
Мәйетте йыуыу тәртибе ✔️ Мәйетте йыуғанда, һул ҡул менән аҫтын таҙартыу һәм истинжә ҡылдырыу өсөн һул яғынан торалар. ✔️Өҫтөгөҙгә алъяпҡыс, ҡулдарығыҙға резина перчатка кейергә онотмағыҙ, аяғығыҙға галош кейегеҙ. ✔️ Мәйетте йыуа башлар алдынан: “ Бисмилләһир-рахмәнир-рахим “, - тип әйтергә. ✔️Унан сепрәкте бармаҡтарға сорнап, мәйеткә истинжә алдырырға кәрәк. Йәғни нәҙестәре сыҡһын өсөн мәйеттең башын күтәрә биреп, эсенә әкренләп баҫҡысларға. Бысрағы сыҡһа, йыуып төшөрөлә. Был эште өс мәртәбә ҡабатларға, һәр мәртәбәһендә сепрәктәрҙе алмаштыра. ✔️Артабан, бер киҫәк марляне (йыуғыс урынына) һабынлап, мәйеттең тәнен йомшартыу өсөн, уның башынан алып аяғына ҡәҙәр әкренләп ышҡып күбекләп сығабыҙ. ✔️ Сәсен һүтеп, башын һабынлайбыҙ, унан һабын күбеген бөтөрөү өсөн мәйеттең өҫтөнә тағы бер мәртәбә һыу ҡойоп сығабыҙ. Мәйеттең ал яғы ошо рәүештә йыуыла. ✔️Һуңынан уны һул яғына ятҡырып, уң яҡ арҡаһын һабынлап йыуабыҙ ҙа, йыуған ерҙе сайып, мәйетте кире салҡан һалабыҙ. ✔️Шунан, киреһенсә, уны уң яғына ятҡырып, һул яғын йыуабыҙ ҙа, йыуған ерен сайып, мәйетте йәнә салҡан һалабыҙ.