Мәйетте йыуырға әҙерләү
Мәйетте йыуырға әҙерләү ✔️ Мәйетте иң яҡындары йыуа. Әгәр яҡындарынан йыуыусылар булмаһа, ул ваҡыт был эште башҡа мосолмандар башҡара. ✔️ Мәйет йыуыла торған ергә йыуыусы һәм ярҙамсыларҙан башҡа инеп сығыусылар булмаһын. ✔️Мәйет йыуғанда, кәрәкле һүҙҙәр генә һөйләнелә, юҡ-бар һүҙҙәр һөйләнелмәй. ✔️Мәйет йыуыусы тәһәрәтле булырға тейеш. Тәһәрәтһеҙ йәки ҡатын-ҡыҙ күремле хәлендә булһа мәйет йыуыу мәкрүктер. ✔️Ләхет таҡтаһының аяҡ яғын аҫҡараҡ һарҡыу эшләп, өҫтөнә полиэтелен (кленка) түшәйҙәр, аҫтына түбән яҡтан тас ултырталар. ✔️Тән йылыһындай итеп ике биҙрә һыу йылытыла. Мәйет өҫтөнә һыу ҡойор өсөн ҡомған, ә ҡомғанға һыу һалыр өсөн сүмес әҙерләнә. ✔️Мәйетте ләхет таҡтаһына күтәреп, арҡаһы менән һалалар. Мәйеттең (ҡатын-ҡыҙ) өҫтөндәге күлдәген аяҡ осонан юғарыға табан, еңен беләҙектән юғарыға табан киҫәләр. Күлдәкте киҫмәйенсә систереп алһаң да ярай. Ғәүрәт ерен ҡаплайҙар.