Кәфен киҫеү тәртибе
Кәфен киҫеү тәртибе ✔️Кәфен киҫкәндә тәһәрәтле булыу кәрәк. Кәфенлек туҡыма ирҙәргә 3 ҡат, ҡатындарға 5 ҡат иҫәбенән алына (әгәр туҡыманың киңлеге 80 см булһа, ирҙәргә 12 м, ҡатындарға 15 метр самаһы). ✔️ Беренсе ҡат кәфенде, мәйеттең башы яғынан да, аяғы яғынан да 30-40 см-ға артығыраҡ алына. Сөнки мәйетте кәфенгә урағандан һуң, уның ошо сығып торған ике осон да бәйләп ҡуялар. Икенсе ҡат баш осонан алып аяҡ осона тиклем алына. ✔️ Кәфендең киңлеге мәйеттең йыуанлығына ҡарап алына. Әгәр тар булһа, шундай оҙонлоғо тәүгеһенә ҡуша тегелә. Әгәр тиңһеҙ туҡыма (киңлеге 80 см булһа) булһа, уртаса йыуанлыҡтағы мәйеткә, икешәр ҡат алалар һәм икеһен бергә ҡушып, буйы буйлап тегеп сығалар. Әгәр инде туҡыма (киңлеге 150 см) булһа, берешәр ҡат та етә. Хәҙер киң кәфенлектәр һатыла. Әҙер үлсәнеп, ҡырҡылған, бар кәрәк нәмәһе булғандарҙа пакет менән һатыла. ✔️ Әхирәт күлдәге мәйеттең елкәһенән алып, аяҡ йөҙҙәрен ҡапларлыҡ итеп киҫелә. Тубыҡтан аҫҡа табан оҙонораҡ алына. Икенсе яғы ла (арҡа яғындағы) шул уҡ оҙонлоҡта. Бер ҡат материалды мәйеттең муйынынан алып аяҡтың тубығы аҫтын ҡапларлыҡ итеп үлсәнә лә яңынан шул ҡәҙәр алына, бөкләнгән ерҙән баш һыйырлыҡ итеп киҫелә. ✔️Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бөркәнсек яулыҡ башынан кендегенә ҡәҙәр алына. Киңлеге ярты метрҙай ике тарафҡа ла. ✔️Өс билбау әҙерләнә. Береһе кәфенде төргәс баш осонан, икенсеһе бил тапҡырынан, өсөнсөһө аяҡ осонан бәйләргә. ✔️ Бынан һуң өс киҫәк сепрәк әҙерләнә — эске тәһәрәтен алдырыу өсөң. ✔️ Алты киҫәк сепрәк әҙерләнә — ауыҙын, танауын таҙартыу өсөн. ✔️ Шулай уҡ өс таҫтамал 2.5 метр самаһы, быныһы мәйетте тотоп ҡәбергә төшөргәндә кәрәк.