Перейти к содержимому
Максиметер

Рабиғел әүүәл — Мәүлит айы

Рабиғел әүүәл — Мәүлит айы Йәғни пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-ғәләм ошо айҙың 11-енән 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Миләди йыл иҫәбенсә 571 йылға тура килә. Ә инде айын, көнөн күрһәтһәк, 27 апрель була. Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, вафат булғандан һуң байтаҡ ваҡыт үткәс, әрбил дәүләте батшаһы Мөзәфәр әбү Сәғид Күкбури бин Ғәли Биктәкин тигән кеше пәйғәмбәребеҙҙең бөйөклөгөн аңлап һәм ахирәттә уның шәфәғәтенә өмөт итеп, ғәйәт ҙур йомартлыҡ менән табын әҙерләтеп, бик күп кешене ҡунаҡ итеп, мул итеп хәйер-саҙаҡа таратып, байрам үткәрә. Был байрам пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөнә мәүлиткә бағышлана. Был байрамда Мөхәммәттең, ғәләйһис-сәләм, тормош юлы бәйән ителә. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, күрһәткән юл менән барыуҙы өйрәткәндәр, Мөхәммәтте, ғәләйһис-сәләм, маҡтап, шиғырҙар, мөнәжәттәр уҡығандар, ҡиссалар һөйләгәндәр. Был күркәм тантананы үткәреү бүтән илдәрҙең мосолмандарының да күңеленә бик хуш килә, Мәүлит үткәреү ғәҙәте тиҙ тарала.

972 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 864 подписчиков

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.