Мәүлит кисе ҡасан билдәләнә?
Мәүлит кисе ҡасан билдәләнә? Рабиғел әүүәл айының 11-се һәм 12-се көндәре араһында Мәүлит кисе билдәләнә. Унда һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләм донъяға килгән. Был кискә хөрмәт күрһәткән кеше пәйғәмбәребеҙгә лә хөрмәт күрһәтә, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә һәм ризалығына ирешә. ✔️Мәүлит кисендә мәсеттәрҙә вәғәздәр һөйләнелә, мосолмандар Ҡөрьән уҡып, ғибәҙәт ҡылып, изге эштәр ҡылып үткәрә. ✔️ Бер-береһе менән осрашып, хәлдәрен белешеп, бүләктәр бирешә. ✔️Шулай уҡ, исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу – был кисте хөрмәт итеү булыр. ✔️Был кистә Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәләмгә бағышлап 1000 мәртәбә салауат әйтеү сауаплы : «Аллаһүммә салли ғәләә әәлиһи үә сахбиһи үә сәллим».