Перейти к содержимому
Максиметер

Был айҙа ниндәй изге ғәмәлдәргә иғтибар итергә?

Был айҙа ниндәй изге ғәмәлдәргә иғтибар итергә? Изгелек рабиғел әүүәл айында ғына түгел, ә һәр ваҡыт ҡылынған булырға тейеш. Әммә был ай күңелдәребеҙҙе тағы ла йомшартып, иманыбыҙҙы нығытырға өндәй. 📖 Ҡөрьән уҡыу; 🌹 Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауаттар әйтеү; 🕌 Мәсеткә йөрөү; 🤲 Саҙаҡа биреү; ❤️ Ата-әсәне ҡыуандырыу; 🤝 Туғанлыҡ ептәрен нығытыу; 🫶 Ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеү — һәр береһе ҙур сауаплы ғәмәл. 🕌 Мәүлит мәжлестәренең әһәмиәте нимәлә? Мәүлит мәжлестәрендә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тормош юлы, күркәм сифаттары һәм кешелеккә ҡалдырған бөйөк мираҫы тураһында һөйләнелә. Ҡөрьән уҡыла, вәғәздәр тыңлана, салауаттар әйтелә. Бындай мәжлестәр кешеләрҙе берләштерә, күңелдәргә тыныслыҡ һәм йылылыҡ өҫтәй, ә йәш быуынға матур әхлаҡ, иман һәм рухи ҡиммәттәр тәрбиәләргә ярҙам итә. 🤍 Рабиғел әүүәл айы һәр йортҡа бәрәкәт, һәр күңелгә иман, тыныслыҡ һәм нур алып килһен! Аллаһ Тәғәлә изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итһен! Әмин!

1 089 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 880 подписчиков

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.