Перейти к содержимому
Максиметер

Рабиғел әүүәл айы мөбәрәк булһын!

Рабиғел әүүәл айы мөбәрәк булһын! Рабиғел әүүәл — мосолмандар өсөн айырыуса ҡәҙерле, бәрәкәтле айҙарҙың береһе. Был айҙа беҙ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең ﷺ тормош юлын тәрәнерәк өйрәнергә, уға күберәк салауаттар әйтергә, Ҡөрьән уҡырға, саҙаҡа бирергә һәм изге ғәмәлдәр ҡылырға ынтылырға тейешбеҙ. Мәсеттәрҙә мәүлит мәжлестәре, дини осрашыуҙар үткәрелә. Уларҙа Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тормошо, күркәм холҡо, кешелеккә ҡалдырған мираҫы һәм өммәтенә әйткән васыяттары тураһында һөйләнелә. 🌿 Ни өсөн рабиғел әүүәл айы мосолмандар өсөн ҡәҙерле? Рабиғел әүүәл — Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең ﷺ донъяға килгән айы. Ул — кешелеккә Аллаһ Тәғәләнең бөйөк рәхмәте, кешеләрҙе ҡараңғылыҡтан нурға, наҙанлыҡтан ғилемгә әйҙәгән Илсе. Шуға күрә был ай — Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ иҫкә алыу ғына түгел, ә уның тормош юлын өйрәнеү, күркәм әхлағын өлгө итеп алыу һәм сөннәте буйынса йәшәргә ынтылыу өсөн дә яҡшы мөмкинлек.

988 просмотров

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.