Перейти к содержимому
Максиметер

Сабырлыҡ тураһында нәсихәттәр

Сабырлыҡ тураһында нәсихәттәр      ”Аллаһ өсөн кемдәр бөтәһенән дә ҡәҙерлерәк?” — тип һорайҙар мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәттән. «Аллаһ биргәндәргә шөкөр итә, бәлә һәм бәхетһеҙлектәр килгәндә сабыр итә белгәндәр”, — ти имам.      »Сабырлыҡ — Йәннәттәрҙәге хазиналарҙың береһе”.      "Сабырлыҡ ул — нур”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм.      Сабырлыҡ, ҡәнәғәт була һәм шөкөр итә белеү — ҡолдоң иң мөһим бер сифаты, тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ.      Бәндәләре сабыр һәм күркәм холоҡло була белгән төбәктәрҙә донъялар ҙа имен, тормош та тынғылыҡтан йәм табып үҙ яйы менән бара.      Аҙғынлыҡтар, вәхшилектәр тулып ташҡан ерҙәрҙә бәндәләрҙең башы бәләнән сыҡмай. Шуға ла ғибәҙәттән һуң диндең иң ҙур таянысы — күркәм холоҡ.      "Иман нимә була?” — тип һорайҙар бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙҙән, ғәләйһис-сәләм. «Иман ул-сабырлыҡ киң күңелле була белеү”, — ти пәйғәмбәр.

945 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 923 подписчиков · Религия

Ещё по теме «Религия»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.