Перейти к содержимому
Максиметер

Сабыр булайыҡ!

Сабыр булайыҡ! Аллаһ Тәғәлә беҙҙе һәр беребеҙҙе сабырлыҡҡа өндәп: «Сабыр булығыҙ, Аллаһ Тәғәлә сабыр булған ҡолдары менән бергә була», — тип әйтә. Шулай уҡ:    «Үә-стәғиинүү биссабри үә-ссаләәти үә иннәһәә ләкәбииратүн илләә ғәләл-хааши-ғиин».      «Ауырлыҡты күтәрергә сыҙамлы булып, йәғни сабыр килеш үә намаҙ уҡып Аллаһтан ярҙам һорағыҙ!». «Әл-Бәҡара, Һыйыр», 2:45.      Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләнән ярҙам һорайһығыҙ икән, ул ваҡытта, мосолман ҡәрҙәштәрем, сабырлыҡ менән һәм шулай уҡ доғалар, намаҙҙар менән Аллаһ Тәғәләнән берәр нәмәне һорағыҙ.      «Сабыр төбө — һары алтын» тип, — әйтәләр бит, йәғни ниндәйҙер ауырлыҡтар килеп, ҡыйынлыҡтар килеп, уларға түҙә алһаң, һиңә хәйерле булыр, ти.      Хәҙрәти Ғосман رضي الله عنه  (разыйАллаһү ғәнһә): «Ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килһә лә, түҙегеҙ, сабыр булығыҙ, тешегеҙҙе ҡыҫығыҙ. Был Аллаһ Тәғәләнең бер рәхмәте, бер бәрәкәте. Ул һеҙгә шуға ҡарап иғтибар итә», — тип әйткән.      Аллаһ Тәғәлә Үҙе лә әйтә: «Фә'иннә мәғәл-ғүсри йүсраа».      «Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек бит». «Инширах / Асылыу», 94:5      Һәм тағы ла шул сүрәлә :      «Иннә мәғәл-ғүсри йүсраа».      Ысынлап та ауырлыҡтан һуң еңеллек бит! ».      «Инширах» сүрәһендә ике тапҡыр ҡабатлап ҡуя: ауырлыҡтан һуң еңеллек килә, сабыр булығыҙ, тип әйтә. Бындай кешеләр менән Мин иңгә-иң терәшеп торам, тип әйтә.

959 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 923 подписчиков · Религия

Ещё по теме «Религия»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.