Ашау-эсеү ҡағиҙәләре
Ашау-эсеү ҡағиҙәләре "Әй малай, мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән уң ҡулың менән аша һәм үҙ яғыңда булғанды ал", — тип өйрәтә Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм. ✅"Ашай башлағансы һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ Аллаһы Тәғәләнең исемен иҫкә алһын, әгәр ул ашай башлағансы Аллаһы Тәғәләнең исемен иҫкә алырға онотһа: "Бисмилләһи фи әүүәлиһи үә әхыйриһи", - тип әйтһен", - ти. ✅"Кеше үз өйөнә ингәндә һәм ашағанда Аллаһы Тәғәләне зекер итһә, шайтан үҙенең эйәрсәндәренә: "Бында торорға урын да, ашарға ризыҡ та булмаҫ ", — тиер. Әгәр ҙә өйгә ингәндә, ашағанда зекер итмәһә, шайтан: "Һеҙ торор урын да, ашарға ризыҡ та алдығыҙ ", - тиер. ✅Бер ваҡыт бер кеше йәнәшәһендә ултырған Аллаһтың илсеһе ғәләйһис-сәләм хозурында ашаны һәм ризыҡтың бер киҫәге ҡалғансы Аллаһтың исемен зекер итмәне. Был кеше әлеге киҫәкте ауыҙына килтереп: "Бисмилләһи фи әүүәлиһи үә әхыйриһи", - тине, шунда пәйғәмбәр йылмайып :"Шайтан һинең менән бергә ашаны, Аллаһтың исемен зекер иткәс, шайтан ҡарынында булған бөтөн нәмәне үҙенән сығарҙы", - ти. ✅"Бәрәкәт ризыҡтың уртаһына төшә, уның ситтәренән ашағыҙ һәм уртаһынан ашамағыҙ", - ти пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм. ✅"Әгәр ҙә һеҙҙән берәүҙең бер киҫәге төшһә, ул уны алһын, таҙартып ашаһын, шайтанға ҡалдырмаһын. Бармаҡтарын ялагансы ҡулдарын яулыҡ менән һөртмәһен, сөнки, дөрөҫлөктә, ризыҡтың ҡайһы киҫәгенә бәрәкәт йәшеренгәнен белмәй", - ти пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм. ✅ Аллаһтың Илсеһе ғәләйһис-сәләм әйтте :"Икәүҙең ризыгы өсәүгә етә, ә өсәүҙең ризығы дүртәүгә лә етә". ✅"Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм һауытҡа һулауҙан һәм уға өрөүҙән тыйҙы", - тип был хәҙисте Тирмизи килтерә. ✅Мөхәммәт пәйгамбәр ғәләйһис-сәләм кешене баҫып һыу эсеүҙән тыйған. "Һеҙҙең берегеҙ ҙә бер ҡасан да баҫып эсмәһен, ә берәү онотһа, ҡоҫоп сығарһын", - тигән. ✅"Алтын йәки көмөш һауыттан эсеүсенең ҡарынында йәһәннәм уты шаулар", - тигән Мөхәммәт пәйгамбәр ғәләйһис-сәләм.