Сихыр-боҙом теймәһен, тиһәгеҙ...
Сихыр-боҙом теймәһен, тиһәгеҙ... Өйҙә ниндәйҙер шикле әйбер табылһа, ҡотобоҙ осоп, нимә эшләргә лә белмәй, аптыранабыҙ. Кем миңә насарлыҡ теләй, сихыр һалдылармы икән, тип уйлана башлайбыҙ. Был осраҡта нимә эшләргәме? ✅«Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып, күмеп ҡуйырға йәки яндырырға, йә булмаһа башҡа юл менән юҡҡа сығарырға кәрәк. ✅Ниндәйҙер ризыҡ сихырланған тигән шик тыуһа, уны ашамаҫҡа кәңәш ителә. Был ашамлыҡты ҡоштарға, эт йәки бесәйҙәргә лә бирергә була. ✅Сихыр-боҙомдоң булыуы тураһында Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙәрҙә лә әйтелә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу-ғәләйһиссәләм: «Кешене һәләк итә торған, йәғни йәһәннәмгә индереүсе ете гонаһтан һаҡланығыҙ», – тигән. Шул гонаһтар араһына сихыр менән шөғөлләнеү ҙә индерелгән. Сихыр-боҙомдан нисек һаҡланырға һуң? ✅Намаҙҙа булырға, Ҡөрьән сүрәләрен һәр ваҡыт уҡып йөрөргә кәрәк. Мәҫәлән, «Бәҡара (Һыйыр) сүрәһендәге «Аятел-көрси», «Әмәнәр-расүлү», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡыусы кешене Аллаһы Тәғәлә сихырҙан һаҡлай. ✅Шулай уҡ өйҙән сыҡҡанда ла, өйҙә лә, йоҡлар алдынан һәм иртән торғас та, зикер-тәсбихтәр әйтһәгеҙ, бындай насарлыҡтар теймәҫ. ✅Сихыр күп ваҡыт намаҙ, Ҡөрьән уҡымаған, зикер-тәсбих әйтмәгән кешеләргә эләгә. Әгәр ҙә кеше Аллаһы Тәғәләбеҙ ҡушҡанса йәшәһә, хәрәм ризыҡтарҙан, эсемлектәрҙән нәфсеһен тыйһа, сихыр һәм күҙ тейеү кеүек зарарҙарҙан һаҡланасаҡ. Раббыбыҙ барыбыҙҙы ла ошондай сихыр-боҙомдарҙан, насар уй-ниәттәрҙән һаҡлаһын, быға дусар булыусыларға хәйерле шифаларын бирһен ин шәә Аллаһ🤲.