Насар уйҙан һаҡланығыҙ!
Насар уйҙан һаҡланығыҙ! «Сөнки уйлаған уйҙарыбыҙ бик шикле, алдатҡыс, насар уй нигеҙендә бер-берегеҙҙе күҙәтмәгеҙ», - тине Рәсүлебеҙ с. ғ.с. (6064-се хәҙис). ❗Кеше кешене насар итеп күргеһе килһә, уйына, Аллам һаҡлаһын, нимә генә килмәй. Һин кешене нисек күргең килә, шулай күрергә мөмкин. Әгәр кеше тураһында яҡшы уйлаһаң, Аллаһы Тәғәлә гел яҡшы яғын күрһәтер, әгәр насар уйлаһаң, Аллам һаҡлаһын, ғүмерендә бер тапҡыр яңылыш эшләгән эшенә тап булырға мөмкинһең. Өҫтәүенә, һин уны һәр саҡ шулай эшләй икән тип уйлаясаҡһың. Шулай, насар уй - күҙәтеүгә, ә ул ялған шатлыҡҡа илтә. ❗Баҡһаң, бының сере шунда икән: әгәр ҙә кеше тураһында насар уйлаһаң, уны иҫбат итер өсөн, күҙәтә башлайһың, йәғни уны шундай хәлдә күргең килә, күңелең менән шуны һорайһың һәм Аллаһы Тәғәлә һиңә кешене шул хәлгә төшөрөп, һиңә теләгәнеңде күрһәтә. Был хаҡта «Әл-Ҡәләм» сүрәһенең 44-се аятында әйтелә. Шуға насар уй-фекерҙәрҙән йыраҡ торайыҡ. Сөнки ҡайһы бер уйҙар үҙе гонаһлы.