🕌Зөлхизә айының тәүге ун көнөн нисек үткәрергә?
🕌Зөлхизә айының тәүге ун көнөн нисек үткәрергә? Зөлхизә айының тәүге ун көнөндә ҡылынған ғәмәлдәр Аллаһ Тәғәлә өсөн иң-иң һөйөклөләрҙән һанала, тип әйтеп ҡалдырған Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Ә, уйлап ҡарағыҙ әле, ошо мөбәрәк көндәрҙе ололап, уларҙы изгелектәр, ғибәҙәттәр менән биҙәүсе ҡолдоң Раббы алдындағы дәрәжәһе ниндәй буласаҡ? Әлбиттә – кем был донъяның ошо иң яҡшы ун көнөн изге эштәрҙә үткәрә, шул, һис шикһеҙ, ҙур уңыш ҡаҙаныр. Ә ниндәйерәк изге ғәмәлдәр ҡылырға була һуң? 1. Зөлхизә айының 1-се көнөнән алып 9-сы көнөнә тиклем ураҙа тот. Быны эшләргә мөмкинселегең юҡ икән, 9 зөлхизә – Ғәрәфәт көнөндә ураҙала бул. 2. Ҡөрьән уҡый беләһең икән, ун көн эсендә бөтә Ҡөрьәнде уҡып сығасаҡмын, тип үҙеңә маҡсат ал. Бының өсөн һиңә һәр көн Изге китаптан өс джүз (йәғни, 60 бит) уҡып барырға кәрәк булыр. Был – һәр фарыз намаҙҙан һуң 12 бит, тигән һүҙ. Әгәр әлегә Ҡөрьән уҡый белмәһәң, сүрәләр тыңлап, Ҡөрьән тәржемәләренән шул сүрәләрҙең мәғәнәһе, тәфсире менән таныша алаһың. Был да – бик ҙур ғибәҙәт. 3. Намаҙҙарыңды үҙ ваҡытында, һуңлатмай ҡылырға тырыш. Нәфел намаҙҙар ҡылыуҙа әүҙемлек күрһәт. Төндәрен тәһәджүд намаҙына тор. 4. Ошо көндәрҙә әйтелгән махсус тәкбирҙәрҙе ҡабатлап йөрө. Мәҫәлән: "Аллааһү әкбәр! Аллаһү әкбәр! Ләә иләәһә илләЛлааһ! ҮәЛлааһү әкбәр! Аллааһү әкбәр! Үә лиЛләәһиль-хәмд!" Мәғәнәһе: "Аллаһ иң бөйөгө! Аллаһ иң бөйөгө! Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡ бер илаһ та юҡ! Аллаһ иң бөйөгө! Аллаһ иң бөйөгө! Аллаһҡа ғына – бөтә маҡтауҙар!" 5. Шулай уҡ, күберәк: – "әлхәмдүлиЛләһ" ("Аллаһҡа маҡтау"), – "Аллаһү әкбәр" ("Аллаһ иң бөйөгө"), – "сүбхәнәЛлаһ" ("Аллаһ бөтә кәмселектәрҙән пак"), – "лә иләһә илләЛлаһ" ("Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡ илаһ юҡ"), тип әйт. Бының өсөн махсус урын да, ваҡыт та кәрәк түгел. Эш менән булғанда ла ошо бөйөк һүҙҙәрҙе ҡабатлап йөрөп, оло сауаптарға ирешергә була. 6. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ күп итеп салауат әйтергә лә онотма. Мәҫәлән, ошолай: "Аллааһүммә салли үә сәллим ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд!" Мәғәнәһе: "Йә Аллаһ, Мөхәммәтте һәм Мөхәммәттең ғаиләһен алғышла һәм уларҙы именлектә ит". 7. Күберәк, "әстәғфируллаһ" ("Аллаһтан ғәфү үтенәм"), тип истиғфар ҡыл – йөрәгең таҙарыр, ихласлығың артыр. 8. Ғөмүмән, зикерҙәрҙе бөтөнләй ҡалдырма – фарыз намаҙҙарҙан һуң уҡылғандарын да, иртәнге һәм кискеләрҙе лә, йоҡларға ятҡанда һәм уянғас әйтелгәндәрҙе лә һәм башҡаларын. Әгәр әлегә яттан бер зикер ҙә белмәгән булһаң, телефоныңдан йә махсус доға китапсыҡтарынан ҡарап уҡып йөрө. 9. Доға – Аллаһ Тәғәләгә яҡынайтыусы иң бөйөк ғибәҙәт, Ул унан һорағанды ярата. Шуға был мөбәрәк көндәрҙә бигерәк тә даими доғала бул. Үҙең өсөн, ғаиләң, яҡындарың, халҡыбыҙ өсөн һора (үҙ телебеҙҙә, үҙ һүҙҙәребеҙ менән дә доға ҡылырға ярай, доға мотлаҡ ғәрәп телендә булырға тейеш, тигән талап юҡ динебеҙҙә). 10. Саҙаҡа бир, хатта ул бәләкәй генә булһа ла. Шулай уҡ, берәй мосолман ҡәрҙәшеңә ярҙам ит, хатта бик ябай ғына күренгән нәмәлә лә. Сөнки шул да – саҙаҡа. 11. Ата-әсәйеңде ҡыуандырып тор. Уларға ҡарата бик йомшаҡ һәм итәғәтле бул. 12. Туғандарың менән араларҙы нығыт. 13. Балаларҙы Ислам диненә, әҙәпкә, миһырбанлыҡҡа өйрәт. 14. Үҙең дә дини ғилем ал (берәй дәрес тыңла, китап уҡы). 15. Һәм, әлбиттә, гонаһтарҙан ситләш, боҙоҡлоҡтарға юл ҡуйма. Аллаһ Тәғәлә беҙгә Уға буйһоноуҙа ярҙамын насип итһен, ниәттәребеҙ һәм ғәмәлдәребеҙ дин ҡушҡанса дөрөҫ булһын, Аллаһ ризалығына һәм мәңгелек Ожмахҡа ирешеүселәрҙән булайыҡ, әмин