✨🌙 Зөлхизә айын изге ғәмәлдәр менән үткәрәйек 🤲🕋
✨🌙 Зөлхизә айын изге ғәмәлдәр менән үткәрәйек 🤲🕋 🕋 Зөлхизә айы – хаж айы ул. Ошо көндәрҙә ҡәрҙәштәребеҙҙең беренсе төркөмө изге сәфәргә юлланды, алдағы көндәрҙә лә юлға сығасаҡ хажи-хажиәләребеҙ бар. Был айҙа ике бөйөк байрамыбыҙҙың береһе булған - 🌙🐑 Ҡорбан ғәйете үтә. Быйыл, Аллаһ бойорһа, ул 🗓 27 май көнөнә тура килә. 🤲 Зөлхизә айында доғалар ҡабул була, гонаһтар ғәфү ителә торған көн бар. Ул - 🌟 Ғәрәфә көнө. Был мөбәрәк көн Ҡорбан ғәйете алдынан, йәғни 📅 26 май көнөндә була. Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотоу — күркәм ғәмәл 🤍 📖 Был көн хаҡында пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ғәрәфәт ерендә, Ғәрәфә көнөндә ҡылынған доға кире ҡағылмаҫ», — тигән. 🔊 Зөлхизә айында Тәкбир әт-тәшрик көндәре лә бар. Улар 📅 26, 27, 28, 29, 30 май көндәрендә (26 майҙың иртәнге намаҙынан башлап, 30 майҙың икенде намаҙын да индереп), фарыз намаҙҙарынан һуң (бөтәһе 23 тапҡыр) түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтеүҙән ғибәрәт: 🤍 «Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр. Ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр вә лилләәһил-хәмд». 👳♂️ Ирҙәр тәкбирҙе тауыш менән, 👩 ҡатын-ҡыҙҙар эстән әйтә. 🌟 Зөлхизә айының тәүге ун көнө хаҡында пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Аллаһ ҡаршыһында иң һөйөклө һәм изге ғәмәлдәр — зөлхизә айының тәүге ун көнөндә башҡарылған ғәмәлдәр», — тигән. 📜 Шулай уҡ Рәсүлуллаһ ﷺ: «Бер көн дә, бер төн дә ошо зөлхизә айы ун көнлөгөнөң бөйөклөгөнә һәм Аллаһтың уға булған мөхәббәтенә тиңләшә алмай», — тигән. ✨ Икенсе хәҙистә: «Был көндәрҙә тәкбир, тәхмид, тәһлил һүҙҙәрен күберәк әйтегеҙ», — тигән. 📿 Рәсүлебеҙ ﷺ зөлхизә айының ун көнлөгөн ғәмәл-ғибәҙәттә, зекерҙә, тәсбихтә үткәргәне риүәйәт ителә. Ҡорбан ғәйете көнөнән тыш, зөлхизә айының 9 көнөн ул ураҙала үткәрә торған булған 🌙 🐑 Ҡорбан салыу ваҡыты 27 май Ҡорбан ғәйетенән һуң башланып, 29 май ҡояш байығансы дауам итә. 🤲 Аллаһы Тәғәлә был көндәрҙә ҡылынған ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһә ине. Әмин 🤍✨🤲.