Ураҙаны ниндәй эштәр боҙа? Ә ниндәйҙәре боҙмай?
Ураҙаны ниндәй эштәр боҙа? Ә ниндәйҙәре боҙмай? Ураҙа тотҡан кеше быларҙы белеп ҡуйырға тейеш. Юғиһә, ураҙаһы ҡабул булмай, әжер-сауабын насип итмәй. Ураҙаны боҙмай торған эштәр: 1. Әгәр кеше онотоп (яңылышып) һыу эсһә, ашаһа (ҡапһа) йәки яҡынлыҡ ҡылһа (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Тирмиҙи; Ибн Мәжжәһ; Әхмәд; Хәким; Бәйһәҡи). Ураҙа тотҡаны хәтеренә төшһә, шунда уҡ туҡтатырға кәрәк. 2. Ҡолаҡҡа дарыу һалыу. 3. Күҙгә дарыу тамыҙыу йәки линза кейеү. 4. Тәнгә (тире, ҡул, иренгә һ.б.) крем, май, бальзам һөртөү, яраға зелёнка, йод һөртөү. 5. Иреңә йәки ҡатыныңа ҡағылып, үбеп алыу. 6. Мисүәк йәки теш пастаһы менән теш таҙартыу (Бүхари; Әбү Дәүд). 7. Ҡан биреү йәки хиджама (анализ, донор йәки яранан сыҡҡан ҡан). 8. Туҡлыҡлы булмаған укол (в/м, в/в, п/к) һалдырыу (медицина күрһәтмәһе буйынса ғына). 9. Әгәр ҙә дарыуҙы йотоу ҡурҡынысы булмаһа, ауыртыуҙы (анестезия) баҫа торған укол менән теш һурҙырыу йәки пломбалау. 10. Лапороскопия йәки башҡа шундай хирургик эштәр. Гинекологта тикшерелеү. 11. Ирекһеҙҙән ҡоҫоу. 12. Ир-егеттәрҙең төшләнеүе (поллюция). 13. Ирекһеҙҙән (теләктән тыш) танауға һәм ауыҙға ингән саң һәм төтөндө йотоу. 14. Мунсала (ваннала) йыуыныу, һыу ҡойоноу. 15. Тамаҡҡа алмай ғына (“ғырғылдатмай”) һыу менән ауыҙ сайҡау (Бүхари; Әбү Дәүд; Әхмәд; Хәким; Ибн Хиббән). 16. Төкөрөктө (шайыҡты) йотоу. 17. Көндөҙ йоҡлау (ял итеү). Ә былар ураҙаны боҙа 1. Әгәр онотоп берәй ризыҡ ҡапһа йәки бер йотом һыу йотһа, һуңынан иҫенә төшөп: “Әй ураҙам боҙолдо инде”, тип ашап-эсеүен дауам итһә. 2. Теш пастаһын йәки ауыҙ сайҡатыу шыйыҡсаһын йотоу. 3. Теш араһына ҡыҫылған борсаҡтан ҙур булған аҙыҡ киҫәген йотоу. 4. Танауға дарыу һалыу. 5. Дарыу ашау. 6. Ингаляция яһау. 7. Ауыҙҙы сайҡағанда йәки танауҙы йыуғанда һыу эләкһә. 8. Аңлы рәүештә енси мөнәсәбәткә инеү. 9. Эндоскопик тикшереү. 10. Клизма эшләү.