Перейти к содержимому
Максиметер

Ураҙаның кешегә файҙаһы

Ураҙаның кешегә файҙаһы Рамаҙан айы башланыуға ла ваҡыт күп ҡалманы. Ҡәҙерле дуҫтар, ураҙаның файҙаһы ҙур икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. ✅Беренсенән, ураҙа – ғибәҙәт. Әгәр ҙә ул тейешенсә үтәлә икән, ахирәттә сауабы күп буласаҡ. ✅Икенсенән, ураҙа тотоуҙың сәләмәтлеккә лә файҙаһы ҙур. Медицина ла ҡайһы бер ауырыуҙарҙы ас тороу менән дауаларға ҡуша. Кешенең кәүҙә ағзалары ялға мохтаж. Ғөмүмән, һәр бер эшләгән кеше йылына бер мәртәбә ял итә. Ә беҙҙең ашҡаҙаныбыҙ бер ҙә ял иткәне юҡ. Көн һайын ашап, уны тултырып торһаҡ, ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙола. Көнө буйы ураҙа тотһаҡ, ашҡаҙан бер аҙ ял итергә лә өлгөрә. ✅Иҡтисади яҡтан да ураҙаның файҙаһы бар. Ризыҡ тотоу күпкә кәмей. Сөнки ураҙалы кеше көнө буйы ас тороп, төнө буйы ашарға тейеш түгел. Артыҡ күп ризыҡ ҡулланыуҙың рөхсәте юҡ. Ә беҙ уны сарыф итеүгә юл ҡуябыҙ, кәрәгенән артығын әҙерләйбеҙ, ҡалғанын сығарып түгәбеҙ. Ислам динендә был хәрәм иҫәпләнә. Ураҙа әҙәм балаһын балаһын тәртипкә, ризыҡтың ҡәҙерен белергә, уға һаҡсыл ҡарарға, аслыҡтың нимә икәнен аңларға өйрәтә. ✅Ураҙа тотҡан кешенең аҡылы нәфсеһенән өҫтөн сыға. Юғиһә, кешенең нәфсеһе, тәбиғәте ләззәткә һәм донъяға бик бирелеүсән итеп яратылған һәм ҡайһы берәүҙәр нәфсеһенә бирелеп, буйһоноп, уға табыныу дәрәжәһенә етә. Нәфсенең иң яратҡаны – яҡшы ашау, эсеү, кейенеү, енси теләктәр, алтын-көмөш,мал йыйыу. Әлбиттә, йәшәү өсөн былар ҙа кәрәк. Тик кеше был теләктәргә бирелеүҙә сиктән ашып китә. Шул туймаҫ теләктәргә ҡаршы тороу өсөн һәр кеше үҙен тыйылырға өйрәтергә, нәфсеһенә ҡаршы торорға тейеш. ✅Ураҙа ғибәҙәте кешелә сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ кеүек күркәм сифаттар ҙа тәрбиәләргә өйрәтә.

134 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 864 подписчиков

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.