Динебеҙҙә - уҡытыусылар хаҡында
Динебеҙҙә - уҡытыусылар хаҡында Билдәле булыуынса, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ: ✔️«Ғалимдарға мәғәнәһеҙ һүҙ һөйләмәгеҙ — һеҙгә асыуланыуҙары бар. ✔️Наҙандарға хикмәт һөйләмәгеҙ — һеҙҙе алдаҡсы тип ғәйепләүҙәре бар. ✔️ Белем алырға теләгән кешенән ғилемегеҙҙе йәшермәгеҙ — гонаһҡа төшөүегеҙ бар. ✔️Белемгә лайыҡ булмаған кешегә ғилем өйрәтмәгеҙ — уның һеҙгә насарлыҡ ҡылыуы бар. ✔️Мал-мөлкәтегеҙгә ҡарата бурыстарығыҙ булған кеүек, ғилемгә ҡарата ла бурыстарығыҙ бар», — тигән. (Хәҙисте Ибн Кәсир һәм әд-Дәрими риүәйәт иткән.) Уҡытыусы — кешенең ҡыҫҡа ғына фани ғүмерендә күңелендә иң тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе. Мәктәптә тәүге тапҡыр хәреф танырға, уҡырға һәм һанарға өйрәткән, тирә-яҡтағы серле һәм күп яҡлы донъяны танып белергә ҡыҙыҡһыныу уятҡан тәүге уҡытыусыбыҙҙы беҙ һәр саҡ айырыуса йылы хистәр менән иҫкә алабыҙ. Үҫә барған һайын тормош юлында беҙ бик күп остаздарҙы осратабыҙ. Уларҙың һәр береһе беҙҙең шәхес булып формалашыуыбыҙға үҙ өлөшөн индерә, белем бирә, донъяға ҡарашыбыҙҙы киңәйтә һәм ҡатмарлы тормош юлында дөрөҫ йүнәлеш табырға ярҙам итә. Шиғриәткә һөйөү, фәнни эҙләнеүгә ынтылыш, фекерләү ҡеүәһе һәм донъяға ҡараш — быларҙың барыһына ла беҙҙе ғилем һәм мәғрифәт юлынан алып барған уҡытыусыларыбыҙҙың йоғонтоһо ҙур. Исламда уҡытыусы һәм остаздың дәрәжәһе айырыуса юғары. Остаз менән шәкерт араһындағы бәйләнеш ғүмер буйына һаҡлана, ә уның емеше хатта кешенең вафатынан һуң да дауам итергә мөмкин. Сөнки тап уҡытыусы аша ғилем тарала, быуындар араһында бәйләнеш булдырыла. Күп хәҙистәрҙә ғилем алыуҙың мөһимлеге, ғилем өйрәтеүсенең юғары дәрәжәһе һәм һәр мосолман ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙың белемгә ынтылырға тейешлеге хаҡында әйтелә. Уҡытыусы — белем биреүсе генә түгел, ә күңелдәргә нур һалыусы, быуындарҙы бәйләүсе һәм кешегә дөрөҫ юл күрһәтеүсе остаз.