«Фатиха», «Аятел-Көрси», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып йөрөйөк — 3 июня 2026 г. в 03:00:03.700
«Фатиха», «Аятел-Көрси», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып йөрөйөк ✅Кешегә сихыр, зәхмәт һалыуҙы табиптар ҙа кире ҡаҡмай. Улар тәнде генә дауалай, эске донъяға үтеп инә алмайҙар, шуға ла көткән һөҙөмтә булмай. Инде табипҡа йөрөп-йөрөп тә кеше ауырыуға дауа таба алмаһа: табиптар «...беҙҙең сир түгел, әбейҙәргә барып ҡарағыҙ...» — тип үҙҙәре үк әйтә. ✅Унан халыҡ фәлән ерҙә шундай фәлән кеше бар тип, сихырсылар ҡулына эләгә. Сихыр өҫтөнән сихыр өҫтәп, ен-шайтан оялатып ҡәбер юлына илтәләр. Сихыр эйәһен һынап ҡарарға барған кешеләр әйтеүенсә: әгәр Ҡөръән сүрәләрен эстән уҡый башлаһаң сихырсы үҙ өйөндә ни эшләргә белмәй инеп-сығып, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй башлай тиҙәр. Сихырсылар бер ҡасанда Ҡөрьән китабын уҡып доға ҡылмайҙар, эргәләрендә Ҡөрьән Кәрим ятһа ла асып та ҡарамайҙар. Сөнки улар шайтани әҙәмдәр. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһис-сәләмгә: «Өммәтеңә әйт, иманлы кешеләргә Ҡөрьән һиҙәйәт һәм шифа булып тора», — тигән. ✅Әгәр ҙә кеше дөрөҫ юлда булһа, уға Аллаһы Тәғәлә шифаһын да бирә. «Фатиха», «Аятел-Көрси», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып йөрөргә кәрәк. Ул кешене Аллаһы Тәғәлә һаҡлаясаҡ. Сихырҙы тик көслө уҡымышлы муллалар ғына сығара ала. ✅Аллаһ Тәғәлә беҙҙе игелекле, изге ниәттә булған кешеләрҙән насип итһен ине. Ҡаты бәғерле, ҡара көнсөл, насар уйлы кешеләрҙән йыраҡ ҡылһын ине. Күңелебеҙ тыныс, тәнебеҙ сәләмәт булып, Аллаһ Тәғәлә биргән һынауҙарға шөкөр итеп, сабыр итеп уның ризалығын алырға барыбыҙға ла насип итһә ине. Күҙ тейеү, сихырҙарҙан һаҡланыу өсөн ихластан Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәт үә көсөнә ышанып, ен-шайтандан һаҡланыу өсөн Аллаһҡа һыйынып, бисмилләһи менән эш башлап, һәр саҡ тәһәрәтле йөрөүҙәребеҙҙе насип итә ине. Аллаһ Тәғәләғә сәждәлә булып тәнебеҙҙә, күңелебеҙҙә саф булһын ине. Әмин🤲.