Ямғыр ергә бәрәкәт кенә алып килһен — 4 июня 2026 г. в 03:50:53.994
Ямғыр ергә бәрәкәт кенә алып килһен Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм ямғыр яуған ваҡытта: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип доға ҡылыр булған. Бөгөн тышта ямғыр яуа. Беҙ ҙә изге уй-теләктә, уйҙа булып,Раббыҙҙан был ямғырҙың ергә бәрәкәт, һәр кемгә ике донъя бәхете биреүен һорайыҡ. Ямғыр мәлендә уҡыла торған доға: "Әллаһүммә иннии әс'әлүкә хайраһәә үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә үрсиләт биһи үә әғүүҙү бикә мин шәрраһәә үә шәрри мәә фииһәә үә шәрри мәә үрсиләт биһи." Мәғәнәһе: "Аллаһым, мин Һинән уның [ямғырҙың] хәйерлеһен һорайым. Ямғырҙа тик яҡшылыҡ һәм файҙа булһын ине. Һәм мин Үҙеңә уның насарлығынан һыйынам. Ямғыр килтергән бәләләрҙән, афәттәрҙән". Ин шәә Аллаһ 🤲.