СӘЛӘМЛӘШЕҮ ӘҘӘБЕ
СӘЛӘМЛӘШЕҮ ӘҘӘБЕ Мосолмандар тормошонда үҙ-ара сәләмләшеү ҙур әһәмиәткә эйә. Сәләмләшеү бер үк ваҡытта ҡәрҙәшең өсөн доға ҡылыу ҙа булып тора. Сәләм биреү һүҙҙәре түбәндәгесә: ✔️ «Әссәләәмү ғәләйкүм!» Мәғәнәһе: «Һеҙгә именлек булһын!» Шулай тип сәләм биргән өсөн 10 сауап яҙыла. ✔️ «Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтүЛлааһ!» Мәғәнәһе: «Һеҙгә именлек һәм Аллаһтың рәхмәте булһын!» Шулай тип сәләм биргән кешегә 20 сауап яҙыла. ✔️«Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтүЛлааһи үә бәракәәтүһ!» Мәғәнәһе: «Һеҙгә именлек, Аллаһтың рәхмәте һәм Уның бәрәкәте булһын!» Шулай тип сәләм биргән кешегә 30 сауап яҙыла. 3. Осрашҡанда беренсе булып сәләм биреү — сөннәт, ә сәләмгә яуап ҡайтарыу — вәжиб. Сәләмгә яуап шунда уҡ, шул уҡ кимәлдә йәки унан да яҡшыраҡ итеп ҡайтарылырға тейеш: «Үә ғәләйкүм әссәләәм!» йәки «Үә ғәләйкүм әссәләәмү үә рахмәтүЛлааһ!» йәки «Үә ғәләйкүм әссәләәмү үә рахмәтүЛлааһи үә бәракәәтүһ!» «Үә ғәләйкүм» — «Һеҙгә лә» тигән һүҙ. 4. Сәләмләү һәм уға яуап һүҙҙәре асыҡ итеп әйтелергә тейеш. 5. Бармаҡ, ус һәм баш хәрәкәттәре менән сәләмләшеүҙән тыйылырға кәрәк. 6. «Хәйерле кис», «Хәйерле көн», «Һаумыһығыҙ» һ.б. кеүек һүҙҙәрҙе «Әссәләәмү ғәләйкүм!» тигәндән һуң ғына ҡулланырға ярай. 7. Йәше кесе кеше — өлкән кешегә, барыусы — ултырыусыға йәки бер урында тороусыға, аҙ һанлы төркөм — күп һанлы төркөмгә, атта йәки машинала барыусы — йәйәүлегә беренсе булып сәләм бирергә тейеш. 8. Ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында, әгәр фетнә сығыу хәүефе булмаһа, сәләмләшеү рөхсәт ителә.