Исраф тураһында Ҡөрьәндә нимә тиелә?
Исраф тураһында Ҡөрьәндә нимә тиелә? ✔️«Исраф итмәгеҙ. Аллаһ исрафсыларҙы яратмай» (әл-Әнғәм (Мал-тыуар), 141); ✔️«Малын әрәм-шәрәм итеүселәр — шайтандың ҡәрҙәштәре...» (әл-Исра Төнгө йөрөү, 27). Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Аллаһ беҙгә ата-әсәгеҙгә ҡаршылашыуҙы, бирергә тейеш булғанда бирмәүҙе, хаҡыбыҙ булмағанды талап итеүҙе һәм сабый ҡыҙ балаларығыҙҙы тереләй ергә күмеүҙе тыйҙы. Аллаһ ғәйбәт һөйләгәнде, күп һорау биргәнде һәм юҡҡа милкегеҙҙе сарыф иткәнде лә өнәмәй» (Бохари, Истикраз 19; Әҙәб 6). Милкендә исраф итеү — уны Аллаһтың асыуына тейерлек итеп файҙаланыу тигән һүҙ. Милек — башҡаларҙың мәрхәмәтенә мохтаж булмайынса, көндәлек ихтыяждарыңды ҡәнәғәтләндереү, етеш йәшәү сығанағы. Уны бушҡа сарыф итеүселәрҙән көнө башҡаларға төшә, бер көн килеп ул мохтажлыҡта ҡала, ә Аллаһ юлында сарыф ителгән һәм әхирәт капиталына әйләнгән милек изге ғәмәл булараҡ баһалана. Кеше үҙенең милкен хәләлгә үҙе теләгәнсә тотона ала,мәҫәлән, мохтаж туғандарына. Әммә уны дин тыйған нәмәләргә сарыф итеү — хәрәм. Был аят сығым малын артыҡ уртаҡлыҡты һаҡлап тотонорға өйрәтә: «Сығым малын тотҡанда (саҙаҡа биргәндә) артығын ҡыланмаған һәм бик һаран да булмағандар уртаҡлыҡта булыр» (әл-Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы Китап) 67). Исраф та, шулай уҡ ҡомһоҙлоҡ та — тамырҙары Йәһәннәмгә алып киткән яман сифаттар.