Таджәссүс
Таджәссүс «Тәджәссус» — кешеләрҙең кәмселектәрен эҙләү, эске уйҙырмаларыңа нигеҙләнеп, үҙеңә ҡағылмағанды белергә тырышыу, йәшерен тыңлау, ҡарау. Исламда шикләнеү, күҙәтеү — хәрәм. Әҙәмдең йәмғиәттәге күпселек кешеләргә ҡағылмаған гонаһтарын, кәмселектәрен халыҡҡа таратҡан кеше Аллаһтың асыуына дусар була. Изге аятта әйтелә: «Һүгенеү һүҙен ҡысҡырып әйткәндәрҙе Аллаһ яратмаҫ. Фәҡәт ғәҙелһеҙлеккә дусар булған кешенән башҡа. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора» (ән-Ниса (Ҡатындар), 148). Йәмғиәттә фаш булған золом, гонаһ тураһындағы хәбәрҙәр йоғошло сир кеүек тарала. «Уҫал телдәр пистолеттан яман», тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Йәғни, шәхси серҙәрҙе таратыуҙың кешеләрҙең әхлағы өсөн ҡурҡынысы ҙур. Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм был турала әйткән: «Әгәр ҙә ки һин кешеләрҙең йәшерен кәмселектәрен эҙләй башлаһаң, һин уларҙы боҙасаҡһың, йәки шул дәрәжәгә яҡынайтасаҡһың» (Әбү Дауыт, Әҙәп, 37); «Ҡиәмәт Көнөндә кешеләрҙең башҡаларға ишеттерергә теләмәгән хәбәрҙәрен тыңлағандарҙың ҡолаҡтарына иретелгән ҡурғаш ҡоясаҡтар» (Бохари, Тәғбир, 7042).