🍅Помидорҙың япраҡтары һарғаймаһын, тиһәгеҙ...
🍅Помидорҙың япраҡтары һарғаймаһын, тиһәгеҙ... Әлфиә апайҙың кәңәшен тыңлағыҙ. ✅Помидор үрсетмәләрен теплицаға йәки асыҡ ергә ултыртҡандан һуң, япраҡтары һарғая башлаһа, был уларҙың урынды алмаштырыуға бәйле стресс кисереүен аңлата. Үҫентеләр яңы урында бар көсөн ерегеп китеүгә, тамырҙарын нығытыуға бирә.Шунлыҡтан уларҙың иң аҫҡы япраҡтары һарғая башлай. ✅Бындай мәлдә уларҙың төбөнә йылымыс һыу ҡойорға кәрәк.Тик, терелтәм, тип һыуҙы артыҡ ныҡ мул ҡойоп, төбөн һаҙлыҡҡа әйләндермәгеҙ. Шулай уҡ ерҙең ныҡ кибеүенә лә юл ҡуймағыҙ. ✅Үҫентеләрегеҙҙе даими урынға күсереп ултыртыуға бер-ике аҙна үткәс, уларға органик йәки комплекслы ашлама бирегеҙ. Япраҡтар туҡлыҡлы матдәләр етмәгәнлектән дә һарғая. Мәҫәлән, азот етмәһә, үҫентенең һабағы нәҙегәйеп, үҫеүҙән туҡтай, аҫҡы япраҡтары кибә башлай. Уларҙы ҡотҡарыу өсөн 10 литр имшеү һыуға 2 ҡалаҡ карбамид (мочевина) йәки нитроаммофоска һалып иҙеп, туҡландырыу һәйбәт . ✅Әгәр химик ашламаларҙы ҡулланырға теләмәһәгеҙ, кесерткәнде, бәпембә япраҡтарын, башҡа сүп үләнен ярты мискә итеп йыйып, өҫтөнә тултырғансы һыу ҡойоп, ике аҙна ҡояшта әсетеп, "йәшел ашлама" әҙерләгеҙ. Уның 1 литрын 9 литр һыу менән шыйыҡлатып, үҫентеләрегеҙгә һибегеҙ. ✅Мал тотһағыҙ, һыйыр тиҙәген әсетеп ҡойоғоҙ. Япраҡтар һарғайыуҙың өсөнсө сәбәбе-помидор үҫентеләренә тимер һәм магний етмәүҙән хлороз менән сирләүҙәре. Унан ҡотолоу өсөн баҡса магазинынан составында хелат булған ашламаларҙы һатып алып, уларҙы инструкцияға ярашлы иҙеп, япраҡтарға һиптерегеҙ. ✅Дүртенсе сәбәп -һыуҙы артыҡ күп ҡойоу арҡаһында үҫентеләрҙең төбөндәге тупраҡ тығыҙланып, уға кислород барыуҙан туҡтай.. Һөҙөмтәлә помидор үҫентеләренең нескә тамырҙары тонсоғоп, серей башлай. Был осраҡта һыу ҡоймай, ерҙең кибеүен көтөгөҙ. Кипкәс, үҫемлек һабаҡтарына теймәй генә төбөн йомшартығыҙ. Был уларға кислород килеүен тиҙләтер. ✅Һыуҙы артыҡ күп ҡойоуҙан фитофтора һәм башҡа серек ауырыуҙары барлыҡҡа килмәһен өсөн "Триходерма" йәки "Фитоспорин" иретмәһе менән теплицалағы, асыҡ ерҙәге помидор түтәлдәрен эшкәртегеҙ. Шулай уҡ теплицағыҙҙың тәҙрәләрен һәм форточкаларын шар асып, көн дә елләтеп алығыҙ.Дымлы һауа помидорҙар өсөн зарарлы. ✅Үҫемлектәрҙе ҡотҡарыу өсөн бер нисә халыҡ рецебын йәки химик препаратты бер юлы ҡулланмағыҙ.