🍅Помидорҙы гел ботап тороғоҙ
🍅Помидорҙы гел ботап тороғоҙ ✅Ул һәр япрағы төбөнән берәр һабаҡ үҫтерә башлай. Улар күп көсөн ала, уңыш биреүен тотҡарлай. Артыҡ ботаҡтарҙы гел өҙөп торорға кәрәк. Пасынковать итеү шул була. ✅Был эш ҡояшлы ҡоро көндә һәм иртәнсәк башҡарыла. Кискә тиклем һабаҡтағы яра йөйләнеп өлгөрергә тейеш. ✅Ә август башында һәр береһенең осон өҙөп сығып үҫеүен туҡтатабыҙ. ✅Бөтә сорттарҙы ла ботарға кәрәкмәй, хәҙер артыҡ ботаҡ үҫтермәй торған сорттар ҙа бар. Помидорҙарҙы ,ғәҙәттә, 1 йәки 2 һәм 3 һабаҡлы итеп формалаштыралар. ✅Теплица урын тар булһа, 1 һабаҡҡа ҡалдырыу һәйбәтерәк. Аралары иркен булһа, 2-не ҡалдырығыҙ, улай уңыш мулыраҡ була. ✅Тағын бер мөһим нәмә: помидорҙың ергә тейеп торған аҫҡы япраҡтарын өҙөргә кәрәк.