⚡️Баҡсала сөпрәне нисек ҡулланырға?
⚡️Баҡсала сөпрәне нисек ҡулланырға? 🔸 3 литрлыҡ банкаға һыу ҡойоп, уға 3 аш ҡалағы шәкәр һәм 45 грамм пресланған сөпрә ҡушабыҙ. Ошоно 3–5 көн төнәтеп ҡуябыҙ. 🔸 Унан әҙер булғас, бер биҙрә һыуға 1,5 стакан әҙер сөпрә ашламаһын ҡушып, болғатабыҙ. 🔸 Үҫентеләрҙең тәүҙә тамырына ябай һыу һибәбеҙ, унан һуң һәр төпкә 1 литр сөпрәле ашлама ҡоябыҙ. Бындай туҡландырыу менән теләгән үҫентене , шул иҫәптән помидор менән ҡыярҙы ла ашларға мөмкин. ✅Ашламаны 7–10 көнгә бер тапҡыр ҡулланырға була. ✅Сөпрә ашламаһы үҫентеләр үҫтергәндә лә, һабаҡтарҙы тамырландырыу өсөн дә файҙалы. ✅Ә инде был ашламаны компостҡа һипһәгеҙ, органик матдәләрҙең тарҡалыуы һәм эшкәртелеүе тиҙерәк барасаҡ.