Өләсәйҙең һандығында
Өләсәйҙең һандығында Тәмлекәстәр ояһы. Йәнә килә шул тәмдәрҙе Тел осонда тояһы. Күҙ алдымда: өләсәйем Беҙгә кәнфит тарата. Ул бит беҙҙе шулай хәстәрләгән, Ул бит беҙҙе шулай ярата. Шәкәрле ҡул һаман һине эҙләй. Телдә - баласаҡтың тәмдәре. Күңел һорай, һине көтә түҙмәй, Хәтер һандығында - күңелдәрем.
102 просмотров