Һағындыра сабынлыҡтар
Һағындыра сабынлыҡтар Сабый саҡтан белгән яҡтар Ҡораҡташтың* бөҙрә талы, Дингеҙ кеүек ҙур яланы. Сыйырсыҡтың* муйылдары, Шишмәләрҙең саф һыуҙары. Бикташ* иҫтә һәм олатай. Эшләр ине маҡтай-маҡтай. Унан ары Тәкәһуҡҡан**. Тағы китһәң - Алыҫурман*. Еләкле яҡ - йәшел юрған. Матур саҡтар ҡыуыш ҡорған. Ҡартатайҙың йылы ҡулы, Ҡараштары һағыш тулы. Арбай ине арба сыңы. Салғы йыры, урман тыны. Ялан аяҡ ҡалдым шунда. Сабынлыҡтар ҡуйынында. * - сабынлыҡтарҙың исемдәре ** - Баймаҡ районындағы урманда урынлашҡан бөткән ауылдарҙың береһе