Күпме йылдар, күпме юлдар,
Күпме йылдар, күпме юлдар, Тәгәрмәстән иҙ(е)леп ҡалһа ла. Мин бит һаман да бер бала Ҡартатайым менән арбала... Бейә атлай, янда ҡолонсағы Минең дә шуҡ бала сағым. Йүг(е)реп кенә ҡасып китәһе, Уйнап етә кисем, етә иртәһе. Ҡартатайым тарта дилбегәне, Алға ташлай күккә ҡарашын. Ә күктәрҙә мамыҡ көтөүҙәре, Ҡояш нурын сырмай ярышып. Арбай мине йәнә шул арбалы саҡтар. Талғын аҡҡан йылға-йылдарым. Урман, тауҙар, шишмә һәм яландар. Ҡартатайым һалған арба юлдары...