Тау артынан тау көтә,
Тау артынан тау көтә, Был юлдар ҡасан бөтә? Өйөмдә һөйгәнем бит Мине һағынып көтә. Көтә мине Һаҡмарым, Көтә бит тыуған яғым. Ҡайтыр өсөн һиңә, Үрнәк Мин юлға сығам тағы. Ҡулын болғай йәш ҡайындар, Ирәндек аҡ томанда. Китеүҙәре бик ҡыйын да, Күңелле бит ҡайтҡанда Юлдар! Юлдар! Йылдар! Йылдар! Күпме йырланды йырҙар! Был юлдар түгел, дуҫым, Был маңлайҙағы һырҙар.
102 просмотров