Һағындыра сабынлыҡтар
Һағындыра сабынлыҡтар Сабый саҡтан белгән яҡтар Ҡораҡташтың бөҙрә талы, Дингеҙ кеүек ҙур яланы. Сыйырсыҡтың муйылдары, Шишмәләрҙең саф һыуҙары. Бикташ иҫтә һәм олатай. Эшләр ине маҡтай-маҡтай. Унан ары Тәкәһуҡҡан. Тағы китһәң - Алыҫурман. Еләкле яҡ - йәшел юрған. Матур саҡтар ҡыуыш ҡорған. Ҡартатайҙың йылы ҡулы, Ҡараштары һағыш тулы. Арбай ине арба сыңы. Салғы йыры, урман тыны. Ялан аяҡ ҡалдым шунда. Сабынлыҡтар ҡуйынында.
97 просмотров