Мин барамын тормош тигән юлдан,
Мин барамын тормош тигән юлдан, Дилбегәне ебәрмәй ҡулымдан. Мин көс алам кәләш һәм ҡыҙымдан Мин көс алам берҙән бер улымдан. Дуҫтар бит бар арба боҙолғансы. Дуҫтар бит бар атҡайың сапҡансы. Бар таныштар һәм башҡа юлдаштар. Ошо юлдан имен-һау барғансы. Ысын дуҫтар табындарҙа түгел. Ысын дуҫҡа кәрәк һинең күңел. Ысын дуҫҡа ғәзиз һинең йөрәк. Ысын дуҫҡа һин ғүмергә кәрәк. Ситкә китегеҙ, ялған дуҫтарым. Дилбегәне ныҡ тота устарым. Ысын хисте һорай минең күңел. Кемгә мин йөк - ул миңә дуҫ түгел.