❗️❗️❗️ — 5 мая 2026 г. в 12:26:38.706
❗️❗️❗️ Балаларҙың донъяға ҡарашы үҙгәрһен өсөн... дөрөҫ һорауҙар бирергә өйрәнәйек. Йоҡларға ятҡас, балағыҙға түбәндәге һорауҙарҙы бирегеҙ: "Был көн нимәһе менән оҡшаны?" "Үткән көнгә ни өсөн рәхмәтлеһең?" Көн дә бирелгән ошо һорау баланы үткән көндөң яҡшы яҡтарын күрергә өйрәтә. Ә 7 көн рәттән яңғыраған был һорауҙар шуны күрһәтә: бала тыныслана төшә, тиҙерәк йоҡлап китә һәм яҡшы кәйефтә уяна. Был тәжрибә ололар өсөн дә шәп. Көн һайын ошо һорауҙы үҙегеҙгә лә биреп ҡарағыҙ. Һәм һеҙ ҙә үткән көндөң яҡшы яҡтарын күрергә өйрәнерһегеҙ.

