"Аҡбуҙат"тың Салауаттағы дуҫтары! — 5 мая 2026 г. в 12:32:00.765
"Аҡбуҙат"тың Салауаттағы дуҫтары! Салауат районының Янғантау балалар баҡсаһы кескәйҙәре "Аҡбуҙат" журналы менән яҡшы таныш! Төркөм менән хикәйә, шиғыр, әкиәттәр уҡыйҙар, тиҫтерҙәренең ижады менән таныша улар. Янғантау балалар баҡсаһында 146 бала тәрбиәләнә, йәмғеһе - 7 төркөм. Уларҙың 123-ө - башҡорт милләтенән. 2 башҡорт төркөмө бар, унда 41 бала тәрбиәләнә.

