Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылы "Алһыу" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Земфира апай Ғүм... — 23 мая 2026 г. в 09:57:44.223
Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылы "Алһыу" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Земфира апай Ғүмәрова, Ырымбурҙа үткән "Рәсәй халыҡ әкиәттәре" фестивалендә ҡатнашып, балаларҙы "Аҡбуҙат" журналы менән таныштырғайны. Кескәйҙәр менән башҡорт халыҡ уйындарын уйнап, йолаларыбыҙ, әкиәттәребеҙ хаҡында һөйләүен беҙ "Аҡбуҙат" та баҫтырып сығарҙыҡ. Земфира апай, журналдарҙы ҡулына алғас та, йәнә Ырымбур өлкәһе Октябрьский ҡасабаһына юлланды. Балалар менән осрашыуын беҙгә лә ебәргән Земфира Хәниф ҡыҙы. Ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

