Улар болан тояғы тауыштарын да яңғыратты!
Улар болан тояғы тауыштарын да яңғыратты! Таныш булығыҙ: III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ғәҙәти булмаған тауыштарҙы барабан һәм мөгөҙҙәр ярҙамында яңғыратҡан ненец автономиялы округынан "Ханийко" ("Птенцы") балалар коллективы (етәксеһе - Светлана Вокуева ). Йәш таланттарҙың репертуарында - традицион ненец йырҙары һәм бейеүҙәре, әкиәт мотивтары буйынса этно-рәсемдәр һәм хатта милли уйындарға ҡоролған интерактив программалар.