БАЛАЛАРҘЫ ТӘРБИӘЛӘҮҘӘ - 3 ЭТАП — 15 июля 2026 г. в 09:15:37.482
БАЛАЛАРҘЫ ТӘРБИӘЛӘҮҘӘ - 3 ЭТАП 7 йылға бүленгән 3 баҫҡыслы тәрбиә хаҡында ишеткәнегеҙ бар инеме? Был ҡанун ислам дине нигеҙендә формалаша. Һәм, күп йылдар үткәс, ғалимдар ошо уҡ фекер менән сығыш яһай. 2019 йылда Гарвард психологтары күп йылдар элек барлыҡҡа килгән тәрбиә ҡағиҙәләрен йәнә дәлилләй: шәхес тәрбиәләүҙә тап ошо юҫыҡта эш итеү кәрәк. - Тәүге 7 йыл: УЙЫН. Баланың тәүге 7 йылы - донъя менән танышыу мәле. Ә бала тирә-яғы менән тап уйын аша таныша. Шуға күрә сабыйҙы уҡыу, яҙыу-һыҙыу менән арытмайбыҙ: ул тирә-яғын өйрәнһә лә, ҡолаһа ла, бары янында булабыҙ. Ата-әсәләргә төп шарт: иғтибар, һөйөү биреү, барыһын да матур итеп аңлатыу. Тап шул саҡта сабый донъяға ышанырға өйрәнә. - Артабанғы 7 йыл (7-14 йәш): ӨЙРӘТ. 7 йәштән баланың мейеһе ҡағиҙәләр ҡабул итергә, яуаплылыҡҡа әҙер. Тап ошо ваҡытта баланы барыһына ла өйрәтергә кәрәк: яман менән яҡшыны айырырға, хеҙмәткә, мөнәсәбәттәр ҡорорға һәм башҡалар. Баланы тәрбиәләүҙә иң мөһим ваҡыт. - Өсөнсө этап (14-21 йәш): ДУҪ БУЛ. 14 йәштән һуң баланы әрләп кенә тыңлатып булмаҫ. Ул хәҙер - үҫмер. Ул ата-әсәһенән айырылырға, айырым шәхес булырға ынтыла. Шуға ла, аҡыл өйрәтеүгә ҡарағанда, уның менән дуҫлашыу, терәк-таяныс булыу отошлораҡ. Ҡыҙғанысҡа күрә, күп ата-әсәләр киреһенсә эшләй: 7 йәшкә тиклем өйрәтә: төрлө түңәрәктәр,ҡаты ҡағиҙәләр... 7-14 йәштә дуҫ булалар: иркәләтәләр, бар теләгәнен үтәйҙәр. 14 йәштән ҡатылыҡ ҡулланып ҡарайҙар: тик үҫмер инде ҡағиҙәләрҙе ҡабул итмәй... Дауамын сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/t-rbi-d-rest-re/2026-07-15/balalar-y-t-rbi-l-3-etap-4752554

