КЕСЕРТКӘН — 15 июля 2026 г. в 08:17:44.036
КЕСЕРТКӘН Бай япраҡлы кесерткән Кәртә буйында үҫә. Тейеп булмай үҙенә, Шундуҡ бармаҡты өтә. Сәнскеләре күп уның, Тоторға хатта ҡурҡам. Яҡынламай алыҫтан Мин уға ҡарап торам. «Ҡурҡмасы минән», – тиеп, Кесерткән әйтә миңә, – Витаминдарға мин бай, Кәрәк булырмын һиңә!» Линиза ШАКИРОВА. Белорет районы. Рәссам Гөлназ ҒИЛӘЖЕТДИНОВА. ❗Сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/shi-ri-k-st-n-s/2026-07-12/shi-yr-u-yyy-4748853

