"Аҡбуҙат" журналы Туҡ буйы балаларына таратылды! — 14 июля 2026 г. в 10:53:28.192
"Аҡбуҙат" журналы Туҡ буйы балаларына таратылды! 11 июндә Ырымбур өлкәһе Александровка районының Аҡтин ауылында башҡорт әҙибе Сәғит Агишҡа арналған матур сара үтте. Бында барлыҡ Туҡ буйы халҡы йыйылды. Сараға балаларҙың күпләп килеүе айырыуса ҡыуаныслы булды. Туҡ буйы кескәйҙәренә бүләккә “Аҡбуҙат” журналы таратылды. Милли баҫманы алып, балалар ныҡ ҡыуанды. Сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә бындай мөһим, кәрәкле саралар ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт!

