Балалар баҡсалары өсөн - шәп бүләк! — 23 июля 2026 г. в 12:28:21.920
Балалар баҡсалары өсөн - шәп бүләк! Республикабыҙҙың балалар баҡсалары өсөн “Живое слово” – “Тере һүҙ” яңы күргәҙмә уҡыу комплекты донъя күрҙе. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Һәр әсбап этномәҙәни компонентлы 10 сағыу һүрәттән тора. Рәссамы - "Аҡбуҙат" журналы өсөн сағыу һүрәттәр төшөрөүсе Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сулпан Билалова. 350 күргәҙмә уҡыу комплекты 20-21 август көндәре Ишембай районында үтәсәк Республика мәғариф кәңәшмәһендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына таратыласаҡ.

