"Аҡбуҙат" журналы Ҡурған өлкәһе балаларына барып етте! — 27 июля 2026 г. в 07:26:21.701
"Аҡбуҙат" журналы Ҡурған өлкәһе балаларына барып етте! Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Ҡурған өлкәһендәге башҡорттар ҡоролтайына - 30 йыл! Ошо уңайҙан Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында "Башҡорт рухы" тип аталған ҙур байрам үтте. Бында Башҡортостандан, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләренән ҡунаҡтар йыйылды. Йәрминкә, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, йыр-моң менән үрелеп барған сарала балалар ҙа ҡатнашты. Тыуған тамырҙарын онотмаған, туған телен өйрәнгән кескәй ҡыҙҙарға һәм малайҙарға "Аҡбуҙат" журналдары таратылды. Сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/novosti/2026-07-27/a-bu-at-zhurnaly-ur-an-lk-e-balalaryna-baryp-ette-4764022

