Ҡоштар тоғролоғо... — 31 августа 2026 г. в 10:59:48.426
Ҡоштар тоғролоғо... Ғилман Ишкининдың ҡыҙыҡ ҡына бер шиғырына барып юлыҡтым: Кешеләр араһында йәшәүҙе Экологик яҡтан хәүефле тип, Күптән-күптән иғлан иткән ҡоштар һәм дә кейектәр йыл һайын алтын көҙҙә ҡанатлы вәкилдәрен көньяҡҡа ҡоролтайға оҙаталар һәм түҙемһеҙләнеп, яңылыҡтар көтөп, ҡаршы алалар... Яҙ алып ҡайтыуҙарын. Бынан бер нисә йыл элек Баймаҡ районының элекке Йылайыр совхозы баҫыуына меңәр-меңәр баш, иҫәпһеҙ-һанһыҙ торналар тубы төшөп, мин дә был күренеште "Торналар ҡоролтайы" тип атап, "Киске Өфө"лә яҙып сыҡҡайным. Ғилман был шиғырында ҡоштарҙың көҙөн йылы яҡҡа осоуының сәбәбен "кешеләр араһында йәшәүҙе экологик яҡтан хәүефле" тип уйынлы-ысынлы атай. Миңә ҡалһа, ҡоштар йылы яҡҡа, халҡыбыҙҙың боронғо йолаһына ярашлы, йәйләргә генә ҡуҙғала ла, яҙҙар еткәс, икенсегә йәйләргә беҙгә кире әйләнеп ҡайта. Ә ниңә мәңгелек йәйҙәр илендә тороп ҡалмай, шунда йәшәмәй һуң? Сөнки Уралтауыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ уларҙың тыуған яғы һәм улар себештәрен тап беҙҙә баҫып сығарып, уларға тыуған ил тойғоһон һеңдерә. Ҡоштар тыуған ил тойғоһона тоғро шул, беҙҙән айырмалы рәүештә. Хәҙер башҡорт балалары донъяның ниндәй генә урынында тыумай. Ошоғаса һандуғас булып һайраған турғайҙы, турғай булып сырҡылдаған һандуғасты ишеткәнем булманы — туған телдәренә лә тоғро ҡоштар... "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 1089-сы күҙәтеү Әхмәр Үтәбай.

