Ҡәләмдәштәребеҙ Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы! — 1 июня 2026 г. в 07:38:44
Ҡәләмдәштәребеҙ Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы! Мәскәүҙә Яҙыусыларҙың Үҙәк йортонда А.Б. Чаковский исемендәге "Гипертекст" Бөтә Рәсәй әҙәби премияһының дүртенсе миҙгеле лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө ҡала-төбәктәренән һәм сит илдәрҙән яҙыусылар 3 меңдән ашыу ғариза биргән. "Рус телендәге тәржемә" категорияһында жюри М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Александр Шуралев рус теленә тәржемә ителгән "Тәбиғәт мәрхәмәтле" тигән шиғри йыйынтыҡ өсөн бүләкләнде. Мәскәүҙә «Никитские ворота» нәшриәтендә донъя күргән был китаптың авторы Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова. Уларҙың икеһенә лә лауреат дипломдары тапшырылды.