Мөнир ҠУНАФИН, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире — 30 мая 2026 г. в 08:33:26
Мөнир ҠУНАФИН, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Был "Китап-Байрам"да шаулап-гөрләп бара. Яҙыусылар союзы бинаһында Рәсәй Президенты кәңәшсеһе, Рәсәй яҙыусылар союзы рәйесе Владимир Мединский һәм республика Башлығы Радий Хәбиров менән башҡорт әҙиптәренең осрашыуы бик эшлекле һәм йылы мөнәсәббәт үтте. Ҡәҙерле ҡунаҡҡа һорау биреү форсаты тейҙе миңә лә. Бер быуаттан ашыу тарихы булған "Ағиҙел" журналы хаҡында бер аҙ мәғүлүмәт бирҙем. Мәҫәлән, совет осоронда иң ҙур тираж 64 мең булған, Урта Азияла ғына беҙҙең журналды 10 меңдән ашыу кеше алдырған, тимәк, үзбәк, төркмән, тажик һәм башҡа төбәктәрҙә(хәҙер илдәр) башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен күптәр белгән. Бөгөн тиражыбыҙ 1, 5- 2 мең тирәһе тинем. Эйе, әҙәби журналдар өсөн был һәйбәт һан, нормально тип ҡуйҙы Владимир Ростиславович. Ә инде сайттағы контентты йыл эсендә 1,5 млн уҡыусы инеп ҡарап сыға тигәс, "һоҡланғыс!" тип ҡуйҙы.Почта хеҙмәтенең насар эшләүе арҡаһында тираж кәмеүен дә телгә алдым. "Киләсәктә ҡағыҙ варианттағы ҡалын әҙәби журналдарҙың яҙмышын нисек күҙаллайһығыҙ?" - тигән һорау бирҙем. - Был үҙе үк ҙур һөйләшеүҙе талап иткән һорау-мәсьәлә, -тине Рәсәй яҙыусылар союзы етәксеһе. - Шуныһы асыҡ: ҡағыҙҙа сыҡҡан әҙәби баҫмаларҙы һаҡларға кәрәк. Тиражы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ике-өс меңме, ул өҫтәлдә ятырға тейеш. Ҡулға тотоп, үҙенсәлекле еҫле журналды уҡыуы үҙе бер кинәнес тәһә. Тик хәҙерге китап уҡыусы һанлы мөхиттә "избалован", шуға күрә ҡағыҙ варианттағыһы ла күпкә замансараҡ һәм уңайлы булыуы шарт, хатта текст хәрефтәре эрерәк булырға ла мөмкиндер, биҙәлеше лә зауыҡлыраҡтыр. Ҡағыҙ журнал, электрон вариант менән сағыштырғанда, нисектер күңелгә яҡын һәм кешелеклерәк тип әйтәйемме! Ҡыҫҡаһы, әҙәби журналдар йәшәйәсәк. Шулай ҙа "Ағиҙел"дең киләсәктә яҙмышы яҙыусыларҙан (уларҙың әҫәрҙәре журналды булдыра) һәм, әлбиттә, уҡыусыларыбыҙҙан (уларһыҙ донъя һанһыҙ)тора. Шуға күрә, журналды алдырырға, уҡырға һәм яҙылырға онотмағыҙ, тип өҫтәйһе ҡала. Мединский шулай уҡ "Литературная газета"ның һәм "Москва", "Роман-гәзит" журналдарының яңынан Яҙыусылар союзы ҡарамағына ҡайтыуы хаҡында һөйөнсөләне. Әйткәндәй, совет осоронда миллионлы тираждар менән донъя күргән әҙәби журналдарҙың ("Дружба народов", "Новый мир", "Современник", шул уҡ "Роман-газета" һб) күбеһе юҡҡа сыҡты, иҫән ҡалғандары ла беҙҙең "Ағиҙел" журналы тиражынан күп түгел. Шуға күрә, был яңылыҡ ысынлап та ҡыуаныслы. Әҙәби баҫмалар элекке данлы осорона кире ҡайтыр һәм унда башҡорт яҙыусыларының да әҫәрҙәре даими донъя күреп торор тип ышанабыҙ. Һөйләшеүҙә күп мәсьәләләр күтәрелде. Икеһенә генә туҡталып киткем килә. Беренсеһе беҙҙең башлыҡтың фекере. Радий Хабиров фекеренсә, Махсус операция яугирҙәренең дә, тылдағы хеҙмәтсәндәрҙең дә батырлығын, фиҙаҡәр хеҙмәтен тарихта мәңгеләштерергә тейешбеҙ, яҙып та, һынландырып та, сәхнәләргә сығарып та, архивтарҙа нығытып та... "Бөгөн эҫе сағында, батырҙар, тарих шаһиттары иҫән сағында эшләйек . Һуңынан онотола, геройҙарҙың да ғүмере сикле... Бөтәбеҙ бер хәстәрҙә йәшәгәндә, бер тулҡында йөҙгәндә, бер ҡылда моң тыуҙырғанда ул тарих, әҫәрҙәр көслөрәк тә яңғырар", - тине республика етәксеһе. Дөрөҫ һәм аҡыллы фекер, шағир әйтмешләй, ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, әгәр ул һүҙең һуңлаһа. Шуға һуңларға ярамай, Заманды беҙ булдырабыҙ, үҙ дәүеребеҙҙе үҙебеҙ тарих итәбеҙ. Шулай бит? Икенсе фекер. Мединский әйтеүенсә, киләсәктә Яҙыусылар союзы ағзаларына, йәғни яҙыусыларға талап ҡаты буласаҡ: уларҙың ижадына ла, донъяуи ҡараштарына ла, союз эшендә, әҙәби тормоштағы эшмәкәрлектәренә лә. "Переаттестация"лар үтәсәкбеҙ. Һүлпән эшләгән әҙиптәрҙе союздан сығарыу ҡаралған. "Беҙгә һан мөһим түгел, сифат мәртәбәлерәк. Союз ағзаһы булыу ғорурлыҡ тойғоһо уятырға тейеш", - тине Президент кәңәшсеһе. Ҡыҫҡаһы,"иҫәпкә бар, һанға юҡ" осоро, "шыйыҡ щи бешереүселәр" мәле үтте.